«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Конгресс-холда - яңы директор



02.04.2019 Конгресс-холда - яңы директор

Баш ҡаланың "Торатау" Конгресс-холына яңы етәксе ҡуйылды. Ул - бығаса Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры вазифаһын үтәгән Айгөл Моратова.

Айгөл Динислам ҡыҙы 1972 йылдың 26 июлендә тыуған. 1995 йылда Мәскәүҙең М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында әҙәбиәт хеҙмәткәре һөнәрен алған, 2012 йылда Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһын тамамлаған. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы. БР Мәҙәниәт министрлығының Почетлы грамотаһы менән наградланған. Быйыл РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп һайланған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға