«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәнә бер матур юбилей!



02.04.2019 Йәнә бер матур юбилей!

Бөрйән районында билдәле драматург, яҙыусы, журналист, "Тамаша" журналының баш мөхәррире Сөләймән Йәнғәли улы Латыповтың 65 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе үтте.
Юбилярҙы Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто етәксеһе Венера Хакимова, “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Рафаил Зинуров, туғандары һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар тәбрикләне.
Бөрйәндәр юбилярға ҡамсат бүрек менән елән кейҙерҙе һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, пьесаларынан өҙөк күрһәтте. “Артабан да Америка тиклем Америкаларҙы көнләштереп, халҡыбыҙға лайыҡлы хеҙмәт итегеҙ, әҙәбиәтебеҙҙең һәм театр сәнғәтенең бәҫен арттырығыҙ”, - тине үҙ сығышында Рәшит Зәйнуллин Яҙыусылар союзының Почет грамотаһын һәм бүләген тапшырып.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға