«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниңә Рәсәйҙә шәкәрҙе күп ашайҙар?



02.04.2019 Ниңә Рәсәйҙә шәкәрҙе күп ашайҙар?

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кәңәш итеүенсә, бер кеше йылына 24 килограмм шәкәр ашай ала. Былтыр был күрһәткес 39,4 килограмға еткән. Йәғни көндәлек доза 100 грамдан ашыу – 22 балғалаҡ тирәһе.


Ә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы “тиҙ” углеводтарҙың көндәлек нормаһы ни бары 25 - 50 грамм булырға тейеш (йылына 9 - 18 кг) тип саң ҡаға.

Шәкәрҙе артыҡ ҡулланыу сәләмәтлеккә зыян килтереүен онотмайыҡ. Һимереү, шәкәр диабеты, атеросклероз сирҙәре йышая.

Бөгөн шәкәр мотлаҡ тәмле-татлыла ғына түгел. Бихисап аҙыҡта “йәшерен” шәкәр күп күләмдә ҡулланыла: һөт һәм әсетелгән һөт продукттарында, “ҡоро иртәнге аш”та, соустарҙа, ит деликатестарында һәм башҡа. Мәҫәлән, бер ҡалаҡ кетчупта 4 г (йәки бер балғалаҡ) шәкәр булыуы мөмкин. Сөнки шәкәр огранизмда допамин гормонын эшкәртә, уны икенсе төрлө кинәнес гормоны тип йөрөтәләр.

Рәсәй халҡы, тап кинәнес артынан ҡыуып, һуңғы йылдарҙа шәкәр ашауын арттырған, күрәһең...





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға