«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәйҙең Кемерово өлкәһе юҡҡа сығырмы?



02.04.2019 Рәсәйҙең Кемерово өлкәһе юҡҡа сығырмы?

Сиратта тағы ҡайһы төбәк? Уйй, хәүефле булып китте. Ә баҡһаң...
РФ Президенты Владимир Путин указы менән Конституцияның 65-се статьяһының 1-се бүлегенә төҙәтмә индереләсәк. Унда Кемерово өлкәһен Кузбасс тип өҫтәп яҙыу ҡарала.

Өлкәнең губернаторы Сергей Цивилев төбәкте башҡаса атарға былтыр уҡ тәҡдим иткәйне. Былай ҙа Кемерово өлкәһен Кузбасс тип йөрөтәләр. Һорашыуҙар күрһәтеүенсә, халыҡтың 80 проценты Кузбасты ла рәсми термин итеп күргеһе килә. Был атама 1842 йылда Кузнецк ташкүмер бассейны сиктәрен билдәләнгәс (Петр Лихачев тикшеренеүҙәре буйынса), әйләнешкә инеп киткән.

Бәй, халыҡ теләгәс ни, әйҙә, Кузбасс тек Кузбасс. Шулай итеп, хәҙер өлкә ҡуш атамалы – Кемерово өлкәһе – Кузбасс.
Хәс тә беҙҙең Башҡортостан – Башкирия кеүек, эйеме? Телдәре әйләнмәгәндәр тәүгеһен әйтә алмай, хәҙер күбеһенсә ҡыҫҡартылған атамаһы йөрөй бит.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: wikipedia.org


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға