«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бала мәйете янында селфи



02.04.2019 Бала мәйете янында селфи

Өфөнөң Черниковкаһында бала табыу ваҡыты етеп килгән ауырлы ҡатындың подъезда бәпесе төшөүе хаҡында яҙған инек.


Баҡтиһәң, ул урам асарбағы булған. Ваҡытынан алда тулғағы тота башлағас, ҡатын ятаҡ подъезына ингән. Бала тыуғанда уҡ үле булған. Быны табиптар ҙа раҫлай.

Шаһиттар “Тиҙ ярҙам” саҡыра һәм ҡатынды, янындағы ир үҙе менән алып ҡасырға теләһә лә, дауаханаға алып китәләр. Иң аяныслыһы, үле бала подъезд иҙәнендә ятып ҡала. Биш сәғәт самаһы бетонда ятҡан мәйетте ятаҡ үҫмерҙәре һәм шок яһарға яратыусылар фотоға төшөрә, хатта селфи яһай башлай. Полицияға уларҙы ҡыуып, баланы япма менән ҡапларға һәм һаҡҡа торорға тура килә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға