«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кем Элвин Грейға ышанды?



02.04.2019 Кем Элвин Грейға ышанды?

Кисә шаяртырға яратыусылар күптәрҙе алдап өлгөргәндер. Ә бына яратҡан артисыбыҙ Радик Юлъяҡшиндың ҡулы ысын йәрәхәтләнгәнме, юҡмы, тамашасыларҙы ошо һорау ҡыҙыҡһындыра.


Сөнки ул тап 1 апрель көнө бинтлы ҡулын төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалды һәм: “Йәрәхәтләнгән, тик һынмаған. Йылмайып артабан эшләйбеҙ!” - тип яҙып ҡуйҙы.

Аҫтындағы комментарийҙарҙы уҡыһаң, берәүҙәр икеләнә, ә икенселәр йырсының тиҙерәк һауығыуын теләй.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға