«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә йәшәгәндәр эштә айына нисә һум ала?



02.04.2019 Өфөлә йәшәгәндәр эштә айына нисә һум ала?

Баш ҡалала уртаса айлыҡ эш хаҡы 46,6 мең һумға еткән. Был миллионлы ҡалалар араһында дүртенсе урын булып тора. Йыллыҡ үҫеш 10,1 процент тәшкил итә. Был мәғлүмәтте Өфө ҡалаһы хакимиәтендәге кәңәшмәлә дәүләт статистикаһының бүлек начальнигы Оксана Даянова килтерҙе.

Эщ хаҡы кимәле буйынса миллиондан артыҡ кеше йәшәгән ҡалалар араһында Екатеринбург беренсегә сыҡты. Бында айына 51,5 мең һум алалар. Икенсе урында — Красноярск, былтыр айына уртаса 50,6 мең һум түләгәндәр.

Өфөнән Новосибирск бер аҙ өҫтөн булып тора - эшләгән кешегә айына бында 46,9 мең һум түләнә.

Өфөлә былтыр файҙалы ҡаҙылмалар табыу өлкәһе эшселәренә бигерәк күп түләгәндәр - 117, 4 мең һум. Эшкәртеү производствоһында 48,7 мең, кокс һәм нефть продукттары етештереүселәр 88,1 мең һум, "ғилми һәм техник һөнәри өлкә эшмәкәрлеге"ндә мәшғүлдәр 69,4 мең һум алып һөйөнгәндәр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға