«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эш хаҡын хеҙмәткәр теләгән банкҡа күсермәһәң…



02.04.2019 Эш хаҡын хеҙмәткәр теләгән банкҡа күсермәһәң…


Рәсәй Хөкүмәте РФ Дәүләт Думаһына эш хаҡын күсереү өсөн кредит ойошмаларын ирекле һайлау буйынса закон проектын тапшырған.

Ғәҙәттә, ойошмалар хеҙмәткәрҙәргә түләүҙәрҙе бер генә банк иҫәбенә күсерә. Ғәмәлдәге нормалар граждандың теләге буйынса быны алмаштырыу хоҡуғын бирә, әммә эш биреүселәр үҙҙәренә уңайлы вариантты һайлай.
Әле ике закон проекты тикшерелә. Унда эш биреүсе ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, хеҙмәткәрҙең үтенесе буйынса банкты үҙгәртергә теләмәй икән, эшҡыуарҙарға- 1-5 мең, юридик шәхестәргә 30-50 мең һум күләмендә штраф һалыу йәки иҫкәртеү рәүешендә административ яуаплылыҡ билдәләргә тәҡдим ителә.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға