«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Курсанттар кейем урлаған



25.03.2019 Курсанттар кейем урлаған


Полиция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең тәртипһеҙ ҡылығы бар донъяны шаулатыуы етмәгән, хәҙер иң юғары конкурс булған, «иң - иңдәр» генә һайлап алынған РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында ла күңелһеҙ хәл теркәлгән. Өфөнөң сауҙа үҙәктәренең береһендә кейем урлаған ике курсантты тотҡандар. Уғрылыҡ өсөн уларға ике йылға төрмәлә ултырыу янай. Бурлыҡ ҡылыуҙары асыҡланмай, ҡулдары тик тормаған был егеттәр уҡыу йортон тамамлап, лейтенант погондары тағып, эске эштәр органдарында эш башларҙар, ти. Әммә насар ғәҙәт барыбер арттан эйәреп йөрөй. Намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәр полицияның абруйын шулай төшөрә лә инде. Ярай әле уҡыу йортонан курсант булғанда уҡ ҡыуылалар.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға