«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҡытыусы фотоға нисек төшөргә тейеш?



25.03.2019 Уҡытыусы фотоға нисек төшөргә тейеш?

Алдан уҡ әйтеп ҡуям, был хәл беҙҙә булмаған. Барнаул уҡытыусыһы яҙмышы хаҡында был.

Баҡһаң, был ҡалалағы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Татьяна Кувшинникова ҡышҡы йөҙөү спорты менән дә шөғөлләнә икән. Алтай сыныҡтырыу федерацияһы ағзаһы ла, ти. Бихисап наградалары ла бар. Уның башына ана шул йөҙөүе бәлә килтергән дә инде. Сөнки уҡытыусы Красноярскиҙағы Универсиада хөрмәтенә февралдә йылғала йөҙөп сыҡҡан да фотоға төшөп, социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалған. Билдәле инде – кеше купальникта йөҙә. Үәт, шул һыу костюмында фотоға төшкән. Фотоны бер уҡыусыһының әсәһе күреп ҡалған да, ата-әсәләр чатында хәбәр таратҡан, директорға ошаҡлаған. Һөҙөмтәлә нимә булған? Директор уҡытыусыға үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙырға ҡушҡан. Был хәлде журналистар белеп ҡалған. Ата-әсәләр педагогты яҡлашҡан. Уҡытыусы эшендә ҡалдырылған. Хәҙер иһә уның барыбер эштән ебәрелеүе билдәле булған. Дөрөҫ, купальникта фотоға төшөп йөрөмәһен! Шулай тигәндәр быға. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, уҡытыусы – йөҙөүсе-спортсы – купальникта фотоға төшөргә тейеш инеме әллә тунын кейепме? туйғансы төшһөн, тик интернетҡа һалмаһынмы әллә?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға