«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Силсәүиткә – бер юлы 12 енәйәт эше



25.03.2019 Силсәүиткә – бер юлы 12 енәйәт эше

Берәү, икәү, өсәү... Шул тиклем ниндәй енәйәт ҡылды икән был ауыл биләмәһе башлығы, халыҡса әйткәндә, силсәүит персиәтеле?

Өфө районының Николаевка ауыл хакимиәтенең элекке башлығына ҡарата 12 енәйәт эше асылған да, хәҙер был кешене вазифаһынан артыҡ файҙаланыу, хеҙмәт урынында ялғанлау буйынса шик аҫтына алғандар. Әлеге экс-етәксе үҙе түрә булғанда, өс йыл дауамында, кешегә яҡшатлы булып күренәм тип, 12 кешегә торлаҡ төҙөр өсөн ер учаскаһы бүлеү тураһында ауыл хакимиәте ҡарарына ҡул ҡуя. Шул уҡ ваҡытта ер алыусылар мохтаждар исемлегендә лә, бушлай ер алыу хоҡуғына ла эйә булыусылар исемлегендә лә булмаған. Быны бәләкәй түрә яҡшы белгән. Белһә лә, ер бүлгән. Тегеләре ерҙе үҙ милке итеп теркәтеп тә ҡуйған. Һөҙөмтәлә, урындағы хакимиәт (ауыл советы) ҡаҙнаһына өс миллион һумлыҡ зыян килгән.

Әле тикшереү дауам итә. Ә һеҙҙең яҡтарҙа кем ер ала, кем бирә, тигәндәй?..





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға