«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө художество галереяһында БР атҡаҙанған рәссамы Әнүәр Кашаевтың шәхси күргәҙмәһе асылды



23.03.2019 Өфө художество галереяһында БР атҡаҙанған рәссамы Әнүәр Кашаевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Ике залда урынлашҡан экспозицияларҙа пейзаждар һәм графика оҫтаһының төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре урын алған.

Танылған рәссам Әнүәр Кашаев бар булмышы менән тәбиғәт балаһы. Ошо көндәрҙә 70 йәшен тултырған ижадсының илһам шишмәләре тыуған яҡтары - Федоровка районының Аҡбулат ауылына барып тоташа. Тыуған ауыл, күркәм тәбиғәт күренештәре, атаһы менән әсәһе һәм күмәк туғандары - әҫәрҙәренең төп темалары.

Әнүәр Кашаевтың ижад өлгөләре Өфө һәм Мәскәү музейҙарында, Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Әлеге күргәҙмәгә Мәскәүҙең Мәржәни фондында һаҡланған бер-нисә картинаһы, шул иҫәптән бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайға арналған әҫәре махсус килтерелгән. Фәлсәфәүи мәғәнәле һәм моң-һағышлы картиналар тиҫтә йылдар дауамында төрлө быуын сәнғәт һөйөүселәрен арбай.

Өфө художество галереяһында Әнүәр Кашаевтың юбилей күргәҙмәһе апрель башына тиклем эшләй. Башҡортостандың 100 йыллығы билдәләнгән тантаналы көндәрҙә күренекле рәссам һынлы сәнғәт һөйөүселәргә ошондай күркәм бүләк тәҡдим итә.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға