«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандың яңы прокуроры- күрше Татарстандан



21.03.2019 Башҡортостандың яңы прокуроры- күрше Татарстандан

Башҡортостандың прокуроры тәғәйенләнде.БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бөгөн пленар ултырышта республика прокуроры вазифаһына Камил Кашаевтың кандидатураһын хупланы.

Яңы прокурорҙың белдереүенсә, ул коррупцияға ҡаршы көрәшкә, төҙөлөш өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарға ҙур иғтибар бүлергә ниәтләй. Прокуратура милли проекттарға бүленгән аҡсаның нисек тотонолоуын күҙәтеп барырға, ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыуға, алкоголдең законһыҙ әйләнешенә юл ҡуймаҫҡа тейеш.

Камил Кашаев 1973 йылда Татарстанда тыуған, Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған. Район прокуроры ярҙамсыһынан алып Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһының Баш енәйәт-суд идаралығы начальнигы урынбаҫары — Дәүләт ғәйепләүселәре идаралығы начальнигына тиклем юл үткән. «ЮКОС»тың хәүефһеҙлек хеҙмәтенең элекке етәксеһе Алексей Пичугинға ҡаршы процеста дәүләт ғәйепләүсеһе булған.

К. Кашаев өйләнгән, ҡатыны менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Атаһы ла прокуратурала ҙур вазифа биләгән.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға