«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибай балалары – Ҡырымда



21.03.2019 Сибай балалары – Ҡырымда

Сибайҙан икенсе төркөм Ҡырымда ял итә. 250 бала 10 мартта юлға сыҡҡайны.

Евпаторийҙағы шифаханала ял итә улар. Бөтә уңайлыҡтары булған ике кешелек кенә иркен бүлмәләр, ашханалағы мул һәм витаминдарға бай ризыҡ, яҙғы йылы көндәр, диңгеҙ һауаһы – былар барыһы ла балаларҙың сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһар, тигән ышаныс ҙур. Өҫтәүенә, фитотерапия, фиточай, аэротерапия, массаж, бассейнда йөҙөү кеүек дауалау процедуралары ла ҡаралған. Әлбиттә, балаларға иң оҡшағаны – диңгеҙ һыуы тултырылған бассейнда йөҙөү.

Ял программаһына төрлө экскурсиялар ҙа ингән. Мәҫәлән, герой-ҡала Севастополгә, Халыҡ-ара пионерҙар лагеры «Артек»ка сәйәхәт, тәүге тапҡыр дельфинариумда булыу – быларҙың барыһы ла Сибай уҡыусыларының күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡаласаҡ.

Ике аҙна һиҙелмәй үтеп тә бара. Тыуған яҡтарын һағынып та өлгөргән үҫмерҙәргә ҡайтырға ла күп ҡалманы. Шәмбе көнө улар ҡайтыр юлға сығасаҡ. Ҡара диңгеҙ буйында үткәргән көндәрен һағынып иҫләргә генә ҡаласаҡ.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға