«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡазан ҡалаһында урам Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк



21.03.2019 Ҡазан ҡалаһында урам Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк

М.Кәрим исемендәге фонд белдереүенсә, Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазандың Киров районындағы урамы Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөтәсәк. Бының турала ҡарарға Ҡазан ҡала Советы башҡарма комитетында ҡул ҡуйылған.

Документта ошолай тиелә:
«Присвоить вновь формируемым улицам на территории жилого комплекса «Салават Купере» в Кировском районе г. Казани следующие наименования: улице № 1 – имя башкирского советского поэта, писателя и драматурга, народного поэта Башкортостана, Героя Социалистического Труда, лауреата Ленинской и Государственной премий СССР Каримова Мустафы Сафича (1919 – 2005) и впредь именовать ее «улица Мустая Карима – Мостай Кәрим урамы».

М.Кәрим исемен Башҡортостандың күп кенә ауыл-ҡалалары урамдары йөрөтә. Өфөлә лә бар ул. Былтыр Мәскәүҙәге Данилов районындағы, быйыл Алматы ҡалаһының Ауэз районындағы урамға Мостай Кәрим исеме бирелде





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Юлай Кәримов
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға