«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Контроль - иҫәп палатаһында яңы етәксе!



21.03.2019 Контроль - иҫәп палатаһында яңы етәксе!

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Контроль – иҫәп палатаһы етәксеһе вандидатураһы раҫланды. Ул Радий Хәбировтың хеҙмәттәше, уның кеүек үк Красногорск ҡалаһынан килеүсе Константин Шаһиморатов.

Константин Нил улы 1975 йылда Өфө ҡалаһында донъяға килгән. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Республика мәғлүмәт - консультация үҙәген етәкләгән. “Ғәҙел Рәсәй” партияһының элекке төбәк лидеры.
Һуңғы йылдарҙа Красногорск ҡалаһының һайлау комитеты рәйесе булып эшләгән.
Котроль - иҫәп палатаһын 2016 йылдан алып етәкләгән Рәмил Исҡужин февралдә вазифаһынан киткәйне.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға