«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кисәге уйынға "Йәшлек" тотализаторы йомғаҡтары



21.03.2019 Кисәге уйынға "Йәшлек" тотализаторы йомғаҡтары

20 мартта «Салауат Юлаев» менән «Автомобилист» араһындағы ярыш йомғаҡтарын кем беренсе булып әйтә, шуға 500 һум аҡса тип пост ҡуйғайныҡ. Ярыштың шарттары буйынса, кеше уйын нисбәтен фаразлап яҙырға, постты дуҫтарына һөйләргә тейеш ине.

Ике кеше - Ринат Хәмиҙуллин менән Рубин Мөхәмәтйәнов тәүгеләрҙән булып дөрөҫ нисбәтте әйтте. Тик улар ярыш тураһындағы яҙманы дуҫтарына һөйләмәгән. Шуға күрә лә шарттар үтәлмәү сәбәпле, был ярышҡа аҡса түәнмәй, 500 һум киләһе уйынға күсәсәк.

Ярыш яҙмаһын һуңғараҡ ҡуйырбыҙ. Әҙер тороғоҙ! Иғтибарлы булығыҙ!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға