«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Апрелдән социаль пенсия арта



19.03.2019 Апрелдән социаль пенсия арта

РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы социаль пенсияларҙы арттырыу буйынса проект әҙерләгән.

1 апрелдән пенсияларҙы 2 процентҡа арттырыу күҙ уңында тотола. Хәрбиҙәрҙең, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, радиация йәки техноген һәләкәттәрҙә зыян күреүселәрҙең түләүҙәре артасаҡ. Уртаса алғанда, пенсия күләме 182 һумға артып, 9266 һумға етәсәк.

Илебеҙҙә 4 миллион пенсия алыусының 3,2 миллионы - социаль пенсия алыусылар.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға