«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Айҙааааар, "йондоҙҙаааар", журналистаааар!



19.03.2019 Айҙааааар, "йондоҙҙаааар", журналистаааар!


Улар нимә эшләйҙәр? Футбол уйнаясаҡ!

25 мартта Өфөнөң «Динамо» стадионында "Татарстан Республикаһының Башҡортостан Республикаһындағы көндәре" сараһы программаһына ингән спорт байрамы үтәсәк. Уйын майҙандында Сибай һәм Өфөнән 12 йәшкә тиклемге футболсылар командалары осрашасаҡ. Был көндө шулай уҡ БР халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов етәкләгән «БашСтар» республика артистары һәм «Башҡортостан» ТРК-һы журналистары ла туплы алышта көс һынашасаҡ.

Сара республиканың 100 йыллығына һәм ГТО-ның индерелеүенә 5 йыл тулыуға арналған. Көйәрмәндәр рәтендә Татарстандың Башҡортостандағы даими вәкиле Ранэль Зиннәтуллинды ла көтәләр.

Командаларҙың дуҫтарса осрашыуы төшкө сәғәт 1-ҙә башланасаҡ. Теләүселәр стадиондың фойеһында үҙҙәрен ГТО нормаларын таршырыуҙа һынап ҡарай аласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға