«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Абҙаҡта балалар үҙәге төҙөләсәк



15.03.2019 Абҙаҡта балалар үҙәге төҙөләсәк

Абҙаҡта балалар үҙәге төҙөләсәкЙыл әйләнәһенә эшләгән төбәк-ара балалар үҫеш үҙәгенең корпусы биш тажлы сәскә формаһында буласаҡ. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә уҙған Инвестсәғәттә билдәле булды.

“Абҙаҡ” балалар комплексында әлегә ете корпус иҫәпләнә. Уларҙы ремонтлау һәм яңыһын төҙөүгә әлеге тәҡдим менән сығыусы Силәбе предприятиеһы проект өсөн 600 миллион һум аҡса бүләсәк.

Бынан тыш, Өфөлә, ВДНХ - нан йыраҡ түгел, физкультура – һауыҡтырыу комплексына нигеҙ һалынасаҡ. Унда бассейн, боҙ аренаһы, күп функциялы уйын, алыш һәм тренировка залдары ҡаралған.
Комплекстың хаҡы — миллиард һумдан ашыу.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға