«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй халҡы кәмей



15.03.2019 Рәсәй халҡы кәмей

Рәсәй халҡы кәмей2018 йылда Рәсәй халҡы 100 мең кешегә кәмегән. Бөгөн илдә 146, 8 миллион самаһы кеше йәшәй. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, илебеҙгә мигранттарҙың күпләп күсеп килеүе халыҡ һанын әлегә тотороҡло итә.

Тыуыусылар — 90,6 меңгә, ә үлеүселәр һаны 6,6 мегә кәмегән. Йәғни 1,599 миллион бала тыуған, 1,817 миллион кеше үлгән.
Яңы тыуған балалар араһында үлем осраҡтары йышайған, бер йәше тулмаған 8 мең сабый үлгән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға