«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 16-17 мартта ҡортсолар йыйыны үтә



15.03.2019 16-17 мартта ҡортсолар йыйыны үтә

БР Ауыл хужалығы министрлығы “Башҡортостан умартасылары” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә республика ҡортсоларын йыя.

Съезд ҡатнашысылар 2021 йылда Өфөлә уҙасаҡ Халыҡ-ара “Апимондия” конгресына әҙерлек барышы менән танышасаҡ, ҡортсолоҡ тармағын үҫтереү һәм хуплау буйынса төбәк программалары тураһында белешәсәк, эре умартасыларҙың эш тәжрибәһе менән бүлешәсәк.

Съезд Йәштәр һарайында иртәнге 10-да башлана.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға