«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мостай Кәримдың улы мәрхүм булған



15.03.2019 Мостай Кәримдың улы мәрхүм булған

Мостай Кәримдың улы мәрхүм булғанМәскәүҙә оҙаҡ ауырығандан һуң яҙыусы, тәржемәсе, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов баҡыйлыҡҡа күскән.

Илгиз Мостафа улы Кәримов 1942 йылдың 10 ғинуарында БАССР-ҙың Шишмә районындағы Келәш ауылында тыуған. 1967 йылда МДУ-ны тамамлағас, ул 1977 йылға тиклем «Литературная Россия» гәзитендә эшләй. Аҙаҡ телевидение һәм радио өлкәһендә, журнал сығарыу эшендә вазифалар башҡара.

Атаһының («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» («Долгое-долгое детство», 1977), «Ауыл адвокаттары» («Деревенские адвокаты», 1989), «Ғүмер миҙгелдәре» («Мгновения жизни», 2004) кеүек повесть-поэмаларын, башҡа башҡорт әҙиптәренең, шулай уҡ балкан, татар, сыуаш яҙыусыларының әҫәрҙәрен руссаға тәржемәләгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға