«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әйҙәгеҙ беҙҙең менән театрға!



02.03.2019 Әйҙәгеҙ беҙҙең менән театрға!

“Юлдаш” радиоһы “Юлдаш” + Театр = Мөхәббәт” тип аталған акция иғлан итте. Йыл буйы тамашасылар менән бергә республикабыҙ театрҙарына тамаша ҡылырға ниәтләйбеҙ. Тәүге сәфәребеҙ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына булды. Күп йылдар тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән театрыбыҙҙың ауыр юғалтыуҙар кисергән мәлендә бергә булыуҙы үҙебеҙҙең бурысыбыҙ ҙа һананыҡ. Коллектив тыңлаусылары менән бергә “Сыңғыҙхандың аҡ болото” тип аталған премьера ҡараны. Мәшһүр яҙыусы Сыңғыҙ Айтматовтың әҫәрен режиссер Мәсәлим Күлбаев сәхнәләштергән. Танылған яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова, ғалим Мирас Иҙелбаев, билдәле табибә Сәлиә Мырҙабаева, танылған йырсы Флүрә Килдейәрова, диктор Флүрә Мурзина һ.б беҙҙең менән бергә сәхнәлә тәүге һулыш алған тамашаның шаһиты булды.

Халыҡ әҫәрҙе йылы ҡабул итте, артистарҙы сәхнәнән сығармай бик оҙаҡ ал­ҡышланы. Беҙ иһә спектаклде ҡуйған, унда уйнаған ижад­сыларға “Юлдаш” радиоһынан иҫтәлекле бүләктәр тап­шырҙыҡ.

Радио һәм театр тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Тап актерҙарҙың тауыштары ме­нән әҙәби әҫәрҙәр, иғландар, тапшырыуҙар яҙыла, беҙ уларҙың ижади еңеүҙәре, асыштары, премьералары тураһында халыҡҡа хәбәр еткерәбеҙ, артистар менән тамашасыларҙы радио тул­ҡындары ярҙамында ос­раштырабыҙ, спектаклдәргә саҡырабыҙ.

2019 йыл – илдә Театр йылы. 100 йыллыҡ республикабыҙ тарихына театрҙар тарихы ла ныҡлап үрелгән. Йыл исеме һүҙҙә генә ҡалмаһын өсөн дәүләт кимәлендә театрҙарға ҙур иғтибар бүленһен ине. Уларҙың тышҡы-эске торошо күркәмләнһен, актерҙарҙың эш хаҡтары артһын, фатирҙар бирелһен. Ә беҙ инде уларҙың залдары тулы булһын өсөн ҡулдан килгәнде эшләргә әҙер.

3 мартта “Юлдаш” коллективы Өфө “Нур” татар дәүләт театрына барырға иҫәп тота. Унда “Гөргөри кейәүҙәре” спектакле ҡуйыла. Артабан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе, Арыҫ­лан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәх­нәләштергән тамашалар көтә. Әйҙәгеҙ, күңелдәрҙе сафландырыр театр донъяһына бергәләп йөрөйөк. Беҙ театрҙа ла бергә!





Автор: Т. Аманов
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға