«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сырҙы сысҡан ғына яратамы ни?



28.02.2019 Сырҙы сысҡан ғына яратамы ни?

Стәрлетамаҡта сыр буры барлыҡҡа килгән. Супермаркеттарға инә лә, булған сырҙарҙың төрлөһөнән һайлап алып, сығып та тая, ти. Бер магазиндан бер юлы 36 киҫәк сырҙы урлаған, береһе лә күрмәгән. Бына һиңә оҫта!

Бур (үҙенә 28 генә йәш) Өфөнөкө, тик ниңәлер Стәрлелә һатылыусы сырҙарға һөжүм яһарға булған. Коммунистик урамындағы сауҙа нөктәһенән – 4000, Төҙөүселәр урамындағынан 4800 һумлыҡ сыр урлаған. Тауарҙы шул тиклем оҫта йәшерә, ти, бының нимәлер урлағаны беленмәй ҙә. Әммә сираттағы магазинда 23 киҫәк сыр бурҙың башына еткән. Әллә кеҫәһе бәләкәй булған, әллә ҡул-бармаҡтары ойоған, магазин хеҙмәткәрҙәре уның шикле әҙәм икәнен һиҙеп ҡалған. Барыбер ҡараҡ биш магазинда үҙ эшен эшләп өлгөргән. Сырҙарҙы Өфөгә алып ҡайтып, арзанға һатҡан.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға