«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡатындарҙы туҡмама, Марат!



28.02.2019 Ҡатындарҙы туҡмама, Марат!

Бисә туҡмап дан ҡаҙанған актер Марат Бәшәров тамашасыны туйҙырҙы булһа кәрәк. Халыҡ ул уйнаған спектаклдәргә билет алмай башлаған. Тамашасылар бойкоты арҡаһында, актерҙың “День сюрпризов” спектакленән китеүен талап иткәндәр. Уның урынына икенсе актерҙы – Сергей Астаховты ролгә индерәсәктәр.
ТВ-ла "Экстрасенстар шоуы"н алып барыусы булараҡ та Мараттан баш тартыуҙары ихтимал.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылда Марат Башаров икенсе кәләше Екатерина Архарованың танауын һындырғайны. Тора-бара ҡатындың мейеһе һелкенеүҙән башында ҙур булмаған шеш барлыҡҡа килгән.

Күптән түгел өсөнсө ҡатыны Елизавета Шевыркова ла иренең йыш ҡына ҡул күтәреүе, айырылышырға теләүе хаҡында хәбәр итте.

Марат Башаровтың беренсе (рәсми теркәлмәгән) һәм өсөнсө никахынан тыуған Әмилә һәм Марсель исемле балалары үҫә. Һәр саҡ йылмайып торған танылған артистың өйөндә тиранға әйләнеүенә, эскелек менән мауығыуына ышанмаусылар ҙа бар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға