«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Такси водителе 1 миллион һумды ҡайтарып биргән



28.02.2019 Такси водителе 1 миллион һумды ҡайтарып биргән

Махачкаланан Мәскәүгә килгән турист ҡатын аэропортта такси саҡырта. Тәғәйен адресҡа барып еткәс, паспорт һәм аҡса һалынған сумкаһын машинала онотоп ҡалдыра. Водитель, 27 йәшлек Ҡырғыҙстан кешеһе Нурсолтан Ҡайназаров, ун ике сәғәт үткәс кенә, сумканы күреп ҡала.

Ир ҡатынды эҙләп таба һәм сумканы ҡайтарып бирә. Бынан күңеле булған пассажир водителдең ата-әсәһенә менән видеобәйләнешкә сыға һәм ғәҙел ир-егет үҫтергәндәре өсөн рәхмәт әйтә. Барыһын да үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра.

“Аҡсаны кире ҡайтармаған осраҡта, минең холҡомдан сығып, барлыҡ милләттәштәрем тураһында насар фекер йөрөтөр инеләр”, — ти Нурсолтан.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға