«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фидан Ғафаров Сибайҙа хәйриә концерты менән сығыш яһаны



28.02.2019 Фидан Ғафаров Сибайҙа хәйриә концерты менән сығыш яһаны

Тамашала данлыҡлы йырсы менән уның хеҙмәттәштәре - Башҡорт драма театры актерҙары ҡатнашты.

Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Фидан Ғафаров белдереүенсә, Сибай концерты М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бер быуатлыҡ юбилейына арналды.

Йырсы сибайҙарға именлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, тыныслыҡ теләне.

- Радий Фәрит улына айырым рәхмәт әйтке килә, - тине Фидан Сафа улы. - Уның ҡалала килеп тыуған ауыр хәлдә кешеләр менән бергә булыуы ихтирамға лайыҡлы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға