«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй хоккейсыһы Илья Ковальчук Америкалағы йортон һата



28.02.2019 Рәсәй хоккейсыһы Илья Ковальчук Америкалағы йортон һата

Үткән миҙгелдә — Питерҙың СКА-һы, быйыл Милли хоккей лигаһының “Лос-Анджелес” командаһы һөжүмсеһе Илья Ковальчук Нью-Джерсиҙағы йортон һатыуға ҡуйған.

Был биләмәне ул 2010 йылда 4,5 миллионға һатып алған һәм өй төҙөткән булған. Майҙаны 2 мең квадрат метрҙы тәшкил иткән особнякта ашхана, китапхана, театр, бассейн, тренажер, банкет, шарап залдары, 2 аш-һыу, 8 йоҡо һәм 11 йыуыныу бүлмәһе, сауна, хатта лифт бар. Манхеттендан алыҫ булмаған йорттоң тирә-яғы гөл-баҡсаға күмелгән. Хаҡы — 18 миллион доллар. Беҙҙеңсә аҡса менән 1 миллиард 184 миллион һум самаһы.

Спортсының Америкала хеҙмәт хаҡы йылына 6,25 миллион. Әйткәндәй Континенталь хоккей лигаһында былтыр Илья иң юғары эш хаҡы алыусы хоккейсы булып иҫәпләнде.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға