«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Салауат Юлаев"ты Александр Курносов етәкләйәсәк



26.02.2019 "Салауат Юлаев"ты Александр Курносов етәкләйәсәк

"Салауат Юлаев" хоккей командаһының генераль директоры итеп бығаса был вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы Александр Курносов тәғәйенләнде.

Хоккейсыларҙы 2017 йылдан алып Таһир Ибраһимов етәкләне, ул быйыл 10 ғинуарҙа эшенән бушатылды.

Александр Курносов 1979 йылда Һамар ҡалаһында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. 2001-2016 йылдарҙа Рәсәй, Башҡортостан дәүләт власы органдарында эшләгән. 2016 йылдан алып хәҙергәсә башҡорт хоккейы өлкәһендә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға