«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәләүездә Мөхәмәтша Буранғоловға арналған таҡтаташ асылды



26.02.2019 Мәләүездә Мөхәмәтша Буранғоловға арналған таҡтаташ асылды

Мәләүездә Мөхәмәтша Буранғоловға арналған таҡтаташ асылды1-се ҡала китапханаһы мөдире Нәзимә Исхаҡова хәбәр итә:

Тантана 22 февралдә үткән. Таҡтаташ Мәләүез ҡалаһының Беренсе Май урамы, №10а адресы буйынса урынлашҡан һәм Башҡортостандың халыҡ сәсәне исемен йөрөткән 1-се ҡала китапханаһы-филиалы алдына ҡуйылған.

Мөхәмәтша Абдрахман улы 1924 йылдан алып 1932 йылғаса райондың Түләк ауылында һәм һәм Мәләүез ҡасабаһында йәшәгән. Тап ошо мәлдә ул үҙенең ижады ынйыларын яҙып ҡалдырған. Улар - "Башҡорт туйы", "Ҡара юрға", "Шәүрәкәй" (икенсе вариант), "Мөфтөй ҡыҙы Фатима" кеүек драма әҫәрҙәре һәм башҡалар.

Мәләүездәр Мөхәмәтша Буранғоловты онотмаған. Уның исеме үҙәк урамдарының берәүһенә һәм 1-се ҡала китапханаһына бирелгән.
Ошо көндәрҙә Мәләүездә бөйөк сәсәнгә бағышланған ҡыуаныслы ваҡиға булып уҙҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллиндың ярҙамы менән 1-се ҡала китапхана-филиалы алдында таҡтаташ асылды. Уға "Китапхана Башҡортостандың халыҡ сәсәне, фольклорсы, драматург Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов исемен йөрөтә" тип яҙылған.
Таҡтаташты асыу хоҡуғы РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мәләүез ҡалаһының почетлы гражданы Хәбир Кәримовҡа бирелде. Ҡала хакимиәте исеменән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ринат Ғибәҙуллин сығыш яһаны. Һарыш мәктәбе уҡыусыһы Тимур Хәбуллин һәм "Аманат" фолькло коллективы солисы М.Буранғоловҡа арналған шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе. Аҙаҡтан барыһы ла китапхананың уҡыу залына йүнәлде. Бында сәсән ижадына битараф түгел әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылған ине.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға