«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөнөң Совет районын Рөстәм Рәхмәтуллин етәкләйәсәк



26.02.2019 Өфөнөң Совет районын Рөстәм Рәхмәтуллин етәкләйәсәк

Баш ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә мәғлүм булды: Өфөнөң Совет районы башлығы вазифаһын Рөстәм Рәхмәтуллин башҡарасаҡ.

Рөстәм Рәхмәтуллин 1976 йылда Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.

Газ тармағында эшләп өлгөргән. Бөгөнгө вазифаһына тиклем Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, район башлығының беренсе урынбаҫары ине.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға