«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәхил бул, Гөлли Мөбәрәкова!



22.02.2019 Бәхил бул, Гөлли Мөбәрәкова!

Бөгөн Өфөлә күренекле актриса, СССР һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, баш ҡаланың почетлы гражданы Гөлли Мөбәрәкова менән хушлаштылар. Ул 20 февралдә мәрхүм булды.

Мәрхүмәне Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә һуңғы юлға оҙаттылар.
Некрологҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа рәсми әһелдәр ҡул ҡуйған ине.

- Беҙҙең республика ғына түгел, бар Рәсәй мәҙәниәте ауыр юғалтыуға дусар булды, - тине Радий Фәрит улы. - Гөлли Мөбәрәкова күп наградаларға эйә ине, шулай ҙа уның төп наградаһы - халыҡ һөйөүе. Ул ысын мәғәнәһендә халыҡ артисы ине. Гөлли Арыҫлан ҡыҙын аҡылы, эске ғорурлығы, бөйөклөгө, театр сәхнәһендә һәм экрандағы матур образдары өсөн яраттылар. Быларҙың барыһы ла уға ата-әсәһенән, уҡытыусыларынан күскән. Актрисаға көн дә атаһы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәле янынан көн дә үтеүе еңел булмағандыр, шулай ҙа ул ғүмере буйы атаһы тураһындағы хәтерҙе, уның мираҫын һаҡланы. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы 60 йылдан ашыу үҙен милли театрға бағышланы. Тап уның һәм коллегаларының таланты арҡаһында театр үҙенә тамашасылар йәлеп итә. Бөйөк актриса, яҡшы кеше тураһында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгегә ҡалыр.


Панихида мәлендә Белорет районы в.в.б. Илгиз Теләүбаев бынан ары райондың халыҡ театры Гөлли Мөбәрәкова исемен йөрөтәсәк тип белдерҙе.

Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Александр Калягин, Татарстан Республикаһы, Ырымбур өлкәһе мәҙәниәт министрҙары, Әҙербайджан, Ҡаҙаҡстан, Ҡырғыҙстан, Тыва, Саха Яҡутстаны һәм башҡа төбәктәрҙең драма театрҙары ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаларын ебәргән. Ҡазандан Г.Камал исемендәге Татар театры артисы Николай Дунаев килгән ине.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙын һуңғы юлға ҡул сабыу менән оҙаттылар. Актрисаны Мосолман зыяратына, ата-әсәһе янына ерләнеләр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға