«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Газ плитәһен — электрға



19.02.2019 Газ плитәһен — электрға

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Хөсәйенов белдереүенсә, ай дауамында баш ҡаланың торлаҡ йорттары һәм фатирҙарҙа газ ҡорамалдарын тикшерәсәктәр. Халыҡтың 90 проценты газсыларҙы өйҙәренә индермәү сәбәпле, яраҡлылыҡ ваҡыты уҙған ҡорамалдарҙы алыштырыу мөмкинлеге юҡ. Бигерәк тә оло йәштәгеләр һәм имен булмаған ғаиләләрҙең фатирҙарында ватыҡ плитәләр ҡурҡыныс тыуҙыра.

Фажиғәле хәлдәрҙе булдырмау өсөн, Салауат Хөсәйенов амораль тормош алып барған бәләкәй балалы ғаиләләрҙең торлаҡтарында газ плитәһен электрға алмаштырырға тигән тәҡдим индерҙе. “Уларҙы хәүефһеҙ тип әйтеп булмай, әлбиттә. Шулай ҙа газға ҡарағанда хәефһеҙерәк”, — тине ул.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға