«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Президент үҙ вәкилен ебәрҙе



19.02.2019 Президент үҙ вәкилен ебәрҙе

Бөгөн Республика йортонда Радий Хәбиров РФ Президентының Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән осрашты. Һүҙ башлыса милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында барҙы. 2024 йылға тиклем был ғәләмәт яуаплы эш өсөн Башҡортостан 180 миллиард һум аласаҡ.

Комаров әйтеүенсә, беҙҙең республикала Президенттың май указдарын үтәү буйынса ҙур эштәр башҡарылған.

Ике етәксенең һөйләшәһе һүҙҙәре күп булды. Етмәһә, федераль үҙәк иғтибар итә торған мәсьәләләр ҙә бар. Әлбиттә, Сибайҙағы хәл-торошто ла урап үтмәнеләр.
Игорь Комаров журналистар менән брифинг ваҡытында ҡалалағы экология хәле иғтибар уртаһында булыуын белдерҙе. “ГОК етәкселеге эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә төп яуаплы. Март аҙағында артабан ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеге хаҡында яңы ориентирҙар аласаҡбыҙ. Бөтә бурыстар үтәлер, тип ышанам”, – тине Президент вәкиле.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға