«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Килде бит замана! Аҡсалы кешеләр йортонда матурлыҡ өсөн нимә генә аҫырамай.



19.02.2019 Килде бит замана! Аҡсалы кешеләр йортонда матурлыҡ өсөн нимә генә аҫырамай.

Бәләбәй районы прокуратураһы РФ Ҡыҙыл китабына ингән хайуандар тураһында иғландарҙы биргән Интенет селтәрендәге сайтты япҡан. Унда фламинго, төртөклө болан һатылыуы тураһында яҙылған булған. РФ «Хайуандар донъяһы тураһында » законға ярашлы, һирәк осрай торған йәнлектәр, ҡоштар менән сауҙа итеү тыйыла . Район прокуроры судҡа сайттағы мәғлүмәтте таратыуҙы тыйыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Суд ҡарары БР буйынса Роскомнадзорға ебәрелгән.

Әйткәндәй, Ҡыҙыл китапҡа ингән хайуандарҙы һатыу иң килемле шөғөл. Илдә йылына ҡына уларҙы һатыу тураһында 30 меңләп иғлан ҡуйыла. «Ҡара баҙар»ҙа юлбарыҫ, леопардтар яҡшы үтә. Ҡоштарҙан кеше бөркөттө теләп ала икән





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға