«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡарарым етди: исемемде үҙгәртәм



19.02.2019 Ҡарарым етди: исемемде үҙгәртәм

Рәсәй халҡы исемен үҙгәртергә ғәҙәтләнеп алды, шикелле. РФ Юстиция министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, былтыр исем алмаштырыу тураһында 87 574 акт теркәлгән. Унан алдағы йылда күрһәткес 85 818 булған. Унан да элегерәкке һандарға күҙ йүгертһәң, исем алмаштырыусылар йыл һайын арта.

Исемде алмаштырырға нимә этәрәлер инде? Әллә нимәне булһа ла үҙгәртергә теләйме Рәсәй кешеһе?
Ҡыҙыҡ, ивет. Мәҫәлән, 30 йыл Гөлфиә булып йөрө лә, бер көн килеп исемеңде Мәҙинәгә үҙгәрт, имеш.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға