«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Еҙем-ҡарандар китапханаға китап бүләк итте



19.02.2019 Еҙем-ҡарандар китапханаға китап бүләк итте

14 февраль көнө Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнде. Был йәһәттән “Йәш быуын китап һөйөүсеһен тәрбиәләйбеҙ” тип исемләнгән Ассоциация 2019 йылдың 11-19 февраленә тиклем "Һөйөү менөн китап бүләк ит" тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһын үҙғарҙы.

Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылы модель китапханаһы ла был акцияға ҡушылды. Ауыл китапханасыһы Гөлшат Рахманғолова хәбәр итеүенсә, бында 14 февралдә “Китапханаға китап бүләк ит” акцияһын уҙҙы. Ауыл халҡы быға әүҙем ҡушылды. Улар йорттарындағы уҡылған, ләкин яҡшы тороштағы китаптарға икенсе һулыш бирҙе.

Китапхананың актив уҡыусыһы Миҙхәт Ишмөхәмәт улы Хәлилов үҙенең улы Айрат Миҙхәт улы менән берлектә ижад иткән «Алтын мираҫ” әҙәби-методик ҡулланмаһын бүләк итте. Уҡытыусы Миңһылыу Сәмиғулла ҡыҙы Мирхәйҙәрова, ауылдашыбыҙ Илдар Илфат улы Әхмәҙуллин, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә был саранан ситтә ҡалманы.





Китапхана 30-ҙан артыҡ китап менән тулыланды. Был акцияла ҡатнашыусыларға барыһына ла эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Ошондай изге эште хуплап, күтәреп алыуҙары өсөн ҙур рәхмәт.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға