«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң шәп картингист —“Йәшлек”тә!



18.02.2019 Иң шәп картингист —“Йәшлек”тә!

Уҙған ялдарҙа журналистарҙың төбәк-ара ярышы уҙҙы.


Йәмле Мауыҙҙы буйында урынлашҡан тау-саңғы комплексында тау саңғыһы, сноуборд һәм картинг буйынса Рәсәйҙең 20 төбәгенән, шулай уҡ Ҡаҙағстан һәм Израилдән командалар ҡатнашты.

Башҡортостан Журналистар союзы командаһында “Йәшлек”тең мөхәррире Артур Дәүләтбәков менән мөхәррир урынбаҫары Асҡар Ғәббәсов та бар ине. Экстрим яратҡан, спорт менән дуҫ Асҡар Раил улы ҡышҡы картинг буйынса беренсе урынды яуланы.

Дөйөм иҫәп буйынса, Башҡортостан журналистары командаһы беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға