«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡаҡашҡан урамдар булмаһын!



18.02.2019 Ҡаҡашҡан урамдар булмаһын!

Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәйгелеккә лә әҙерлек кәрәклеген муниципалитеттар етәкселәренең иҫенә төшөрҙө.

Беләһегеҙ, был ҡарлы ҡыш мәңгелек түгел. Буранлы февраль менән март үтер ҙә, ҡар тиҙ ирер. Һәм... беҙҙең ҡалаларҙың бысраҡлығы күренер.

– Муниципалитет етәкселәренән һорайым: һеҙ техника алаһығыҙмы ул? – тип мөрәжәғәт итте һорау менән Радий Фәрит улы. Яуапта күберәк ҡар таҙартыу техникаһын алыу асыҡланды.
– Мин яңы йыл алдынан уҡ барыһына ла әйткәйнем – йәй көнө беҙҙең ҡаҡашҡан ҡалалар, урамдар, тротуарҙар булмаһын! Саң һурҙырыусы, йыйыусы машиналар алығыҙ. Аҡса кәрәкһә, мин бирергә әҙер. Апрелдә ҡар иреп бөтһә, майҙа саң оса башлаһа, миңә килеп, техника юҡ, тип, яурын һикертеп торорға булмаһын. Бына быны ғәфү итмәйәсәкмен.


Республика етәксеһе төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Михаил Киреевҡа айырым мөрәжәғәт итте һәм ошо арала йәйге техниканы алыу хәстәрлеген күрергә ҡушты.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға