«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сочи форумы уңышлы үтте, сиратта – Питерға әҙерлек



18.02.2019 Сочи форумы уңышлы үтте, сиратта – Питерға әҙерлек

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә ошо көндәрҙә Сочи ҡалаһында үткән Рәсәй инвестиция форумына йомғаҡ яһалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был ҙур сарала Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты, беҙҙең эш сәфәрен Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙе етәкләне.

Хәбәр итеүебеҙсә, форумдың тәүге көнөндә республикаға дөйөм суммаһы 30 миллиард һум тәшкил иткән инвестиция проекттары буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйылғайны. Икенсе көнгә потенциаль инвесторҙар менән осрашыуҙар тағы ла артты. Һәм республика етәкселеге бөтәһе 40 миллиард һумлыҡ инвесткилешеү төҙөнө. Уларҙың күбеһе аграр тармаҡҡа ҡарай.

Кәңәшмәлә БР Хөкүмәтенең вице-премьеры – Хөкүмәт аппараты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илшат Тажетдинов белдереүенсә, форумда ҡуйылған маҡсаттарға ирешелгән. Быйыл беҙҙең рәсми делегация апрелдә Ялта иҡтисади форумында, июндә Санкт-Петербургта, сентябрҙә Көнсығыш иҡтисад форумдарында ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, октябрҙә “Алтын көҙ” махсуслаштырылған күргәҙмәһендә лә лайыҡлы һәм файҙалы сығыш яһарға әҙерләнә.

Радий Хәбиров Сочиҙағы форумға барыусыларға, әҙерлекте ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.

– Беҙ һанап үтелгән һәр форумда әүҙем ҡатнашасаҡбыҙ. Һәм уларҙың һәр ҡайһыһы беҙҙең өсөн мөһим. Саралар беҙҙең етәкселәргә күңел асыу сәфәре һымаҡ булмаһын өсөн иң тәү сиратта республикаға инвестиция йәлеп итеү хаҡында уйларға кәрәк һәм етди әҙерлек эше алып барырға, – тине Радий Фәрит улы
.

Сочи форумында күберәк аграр комплексҡа баҫым яһалһа, Питерға беҙ сәнәғәт, инновация, ғилми инвестициялар артынан барырға тейеш, тип тә өҫтәне. Дөрөҫ әйтте етәксе: эшлекле сәфәргә сығабыҙ икән иң беренсе эш тураһында уйлап, үткән саранан файҙа күрергә ынтылырға тейешбеҙ. Шул саҡта реаль инвестиция киләсәк.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға