«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Афған яугирҙәрен тәбрикләйәсәктәр



15.02.2019 Афған яугирҙәрен тәбрикләйәсәктәр

Бөгөн Рәсәйҙә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға - 30 йыл .
Бик күп ғаиләгә ҡағылған был ҡораллы конфликтта илебеҙ 14 мең һалдат һәм офицерын юғалтты.
Афған һуғышы беҙҙең республикабыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәне. Унда Башҡортостандан туғыҙ мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашты. 343-ө һәләк булды, алтауһы хәбәрһеҙ юғалды. Бөгөнгө көндә беҙҙең республикала 8423 яугир - интернационалист иҫәпләнә.

Иҫтәлекле дата уңайынан иртәгә баш ҡалабыҙҙың «Торатау» Конгресс- холында байрам концерты үтәсәк. Унда республиканың ҡала- райондарынан яугир - интернационалистар, һәләк булған һалдаттарҙың ғаилә ағзалары, кадеттар саҡырылған. Афған яуында ҡатнашҡан хәрбиҙәргә һәм яуҙа һәләк булған һалдаттарҙың туғандарына иҫтәлекле миҙалдар тапшырыласаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға