«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пластик шешә өсөн – аҡса



15.02.2019 Пластик шешә өсөн – аҡса

Хәтерегеҙҙәме, элек быяла шешәләрҙе тапшырып аҡса эшләй инек. Рәсәйҙәге мусор реформаһы хәҙер шул элекке эште кире тергеҙмәксе.

Урамдарға пластик, быяла шешәләрҙе ҡабул итеүсе фандоматтар ҡуйыласаҡ. Берәүҙе тапшырһаң, 5 һум аҡса кеҫәңә инеп ята тигән һүҙ. Шәп бит! Ҡала ерендә сүпте пластик һауыт өсөн ҡуйылған контейнерға алып барып һалырға ла йыбанабыҙ. Юл буйҙары, урман эсе лә пластик ҡый менән тулған. Автоматтар тәүгеләрҙән булып Мәскәү өлкәһендә, Татарстанда ҡуйыласаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға