«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөләге был урам зәхмәтлеме әллә?



15.02.2019 Өфөләге был урам зәхмәтлеме әллә?

Баш ҡаланың Аврора урамында тағы торба шартлаған. Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, авария 6/1-се йорт тапҡырында. Был юлы һыуыҡ һыу торбаһында өҙөклөк. Коммуналь авария урынына йәһәт кенә белгестәр килеп еткән, “Водоканал” бригадаһы эргә-тирәне уратып алған. Водителдәр, юлығыҙҙа абай булығыҙ.

Аврора урамына нимә булған һуң? 10 февралдә тап ошонда һыу баҫҡайны. Ул саҡта, ер ҡатламы шылған, авария шунан, тигәйнеләр. Был юлы ла сәбәп былай түгелдер ҙә ул? Биш көнгә бер ер ҡатламы шылып йөрөһә...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға