«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Салауат Юлаев» плей-оффҡа әҙерләнә



15.02.2019 «Салауат Юлаев» плей-оффҡа әҙерләнә

КХЛ чемпионатының даими беренселеге финишҡа яҡынлаған һайын, командаларҙың һәр осрашыуы көсөргәнешлерәк була бара.


Турнир таблицаһының юғары баҫҡысында урынлашҡандар үҙҙәрен тыныс тойоп, плей-оффта буласаҡ дәғүәселәрен барлаһа, төп бәйгегә өмөтөн юғалтмаған командалар китеп барған поездың баҫҡысына булһа ла эләгеп ҡалырға тырыша. Көнсығыш конференцияһында бер бәхетле урынға «Трактор» (55 мәрәй), «Себер» (53 мәрәй), «Нефтехимик» (50 мәрәй) һәм Ҡытайҙың «Куньлунь Ред Стар»ы (47 мәрәй) өмөт итә. Ә инде «Адмирал» әлеге турҙа «Авангард»ҡа отолоп, булған ышанысын юғалтты. Көнбайышта иһә ике урынға өс команда – «Витязь» (61 мәрәй), «Сочи» (58 мәрәй) һәм «Динамо» (Рига) (56 мәрәй) дәғүә итә. «Северсталь», «Динамо» (Минск) һәм «Слован» өсөн быйылға чемпионат тамам. Улар көрәштән баш тартты.

«Салауат Юлаев» беренселек тамамланыуға ике тур алдынан уҡ үҙ урынын алып, ҡалған уйындарҙа икенсе состав менән алышмаҡсы. Сөнки ситкә төп уйынсыларҙы алманылар. Күрәһең, команда етәкселеге алдан хәстәрләп, плей-оффҡа әҙерлек башлаған.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға