«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ваня Фокинды ошо эт тапҡан



14.02.2019 Ваня Фокинды ошо эт тапҡан

Лабрадор тоҡомло Грейс ҡушаматлы эткә алты йәш. Тап Грейс Мәғниттәге фажиғәлә емереклектәр аҫтында бала ятҡанын күрһәткән.


Селтәрҙә йөрөгән видеояҙмаларҙа асыҡ күренә - ҡотҡарыусылар бетон емереклектәре аҫтында бала тауышы ишеткән. Тәүҙә улар кеше тимәгән - был осраҡта белгестәр эт йәки бесәй ҡысҡыра тигән версияны төп тип һанай. Тикшереү өсөн эттәр йәлеп ителә.
Грейс тиҙ арала бала ятҡан урынды күрһәткән.

Эт биш йыл дауамында "Центроспас" кинология отрядында хеҙмәт итә икән. Уның хеҙмәт исемлегендә тиҫтә!ләрсә ҡотҡарылған ғүмер. Быға Ваня Фокиндың да ғүмере инә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға