«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡшы хәбәр! Мәғнит батыры Ваня Фокинды бөгөн дауахананан сығаралар!



14.02.2019 Яҡшы хәбәр! Мәғнит батыры Ваня Фокинды бөгөн дауахананан сығаралар!

Былтыр Яңы йыл алдынан Мәғнит ҡалаһында булған фажиғә бар илде тетрәтте.

Хәтеремдә - социаль селтәрҙәрҙә емерелгән подъездарҙа фатирҙарҙа йәшәгән һәм ғәйеп булғандарҙың исемлектәре һалынды. "И.Фокин, 10 мес. Находился в кроватке" тигәнен уҡып уйланғайным. "Был бала имен булһын ине" тип Хоҙайҙан теләнем. Видеояҙмаларҙа әсәһенең иламһырап емереклектәр янында йөрөүенә лә шаһит булдыҡ...

Ҡотҡарыусылар сабыйҙы 35 сәғәттән һуң тапҡандар. -20 градус һыуыҡта оҙаҡ ваҡыт емереклектәр араһында ятҡан Ваняны Леонид Рошалдең балалар травматологияһы һәм кискетермәҫлек хирургияһы ғилми-тикшеренеү институты табиптары мөмкин булмағандың барыһын да эшләп, йүнәлтә алды. Аяғын да һаҡлай алдылар.

Бөгөн Ваняны дауахананан сығаралар. Әйткәндәй, уға ошо көндәрҙә 1 йәш тула.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға