«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙың "500 зонаһы" ошолай була



13.02.2019 Сибайҙың "500 зонаһы" ошолай була

БР Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов Сибайҙағы "500 зонаһы"н картала күрһәтте.


- Тәүҙә санитар "500 зонаһы"н карьер сигенән билдәләргә тигән фекер булды. Был осраҡта кеше йәшәгән урындар бик аҙ күләмдә эләгер ине. Шуның өсөн дә производство базаһы сиктәрен алырға тиелде - зона унан билдәләнде, - тине ул.



Карталағы ҡыҙыл һыҙат - "500 зонаһы", күк һыҙат иһә производство базаһы сите.



Санитар зонаға ингән урындарҙа йәшәүсе балалар һәм хроник сирле өлкәндәр шифаханалаға ебәреләсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға