«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 2018 йыл өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар тапшырылды



12.02.2019 2018 йыл өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар тапшырылды

Тантана Күгәрсен районында уҙҙы. Наградаға түбәндәгеләр лайыҡ булды:
- БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре докторы, профессор Ғәли Сәйетбатталов (үлгәндән һуң);

- педагогик хеҙмәт ветераны Ғәлиә Әлимғужина;

- район мәҙәниәт йортоноң сценарийҙар-тамаша бүлеге мөдире Альбина Григорьева.

Лауреаттарҙы Күгәрсен районы башлығы Ғайса Янбаев, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов ҡотланы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға