«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Ҙур түрә”: урам сауҙаһы кәрәк



11.02.2019 “Ҙур түрә”: урам сауҙаһы кәрәк

Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Виктор Евтухов “Российская газета”ға биргән интервьюһында ил ҡалалары урамдарында палаткаларҙа һәм ларектарҙа һатыуҙы кире тергеҙеү кәрәклеген белдергән.

Фекере дөрөҫмө? Әлләсе, урам сауҙаһының беҙҙә бөткәне лә юҡ шикелле. Түрә һүҙҙәренсә, палаткаларҙа, бәләкәй киоскыларҙа һатыу рөхсәт ителеп, киң ҡолас алһа, яңы эш урындары буласаҡ, урындағы етештереүселәр тауарын рәхәтләнеп һата аласаҡ. Ул сағында ҙур супер- һәм гипермаркеттарҙың әллә ҡайҙағы хужаларына майҙан йә махсус кәштә һорап инәлергә лә кәрәкмәйәсәк.

Бөгөн Рәсәйҙә сауҙа майҙандары Европаның күп дәүләтендәгегә ҡарағанда ике тапҡырға әҙерәк икән. Беҙгә автолавкаларҙың күберәк булыуы ла ҡулай. Уларҙың һанын 50 меңгә еткерергә мөмкин. Автопромға ла эш булыр ине.

Белгестәр һанап сығарған: стационар булмаған һәм мобиль сауҙаны, беҙҙеңсә әйткәндә – баҙарҙы, үҫтереү өҫтәмә рәүештә 250 меңгә яҡын эш урыны булдырыуға форсат бирәсәк. Хаҡтар ҙа “әҙәмсә” булыр тип көтөлә.

Закон проектын әҙерләп бөтһәләр, ул Дәүләт Думаһына ебәреләсәк. Депутаттарҙың хуплауы ғына кәрәк. Әллә... Арзан тауар күбәйеп, халыҡ рәхәт йәшәй, күберәк ашай башлаһа...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға